Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында карантин тамамланды. Бөгөнгө көндә табиптар ауырыуҙарҙы ҡабул итә башланы. Республиканың төрлө райондарынан килгән ауырыуҙарға тәү сиратта КОВИД-19-ға тикшереү уҙғарыла: бында махсус тест эшләүҙән тыш, тамография үтеү мотлаҡ.
Бөгөнгө көндә дауахананың 500 хеҙмәткәре эшкә сығарылды, улар яңы алгоритмда эшләй. Хирургия һәм бала табыу бүлексәләре 15-30 кешене генә ҡабул итһә, бер ике аҙнанан элекке күрһәткес – тәүлек эсендә 100 ауырыуҙы ҡабул итерҙәр тип ышанғы килә.