Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
14 Май 2020, 18:03

Аңлап эш итергә тейешбеҙ

Рәсәй президенты В.В.Путин күптән түгел халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, илдәге хәлгә бәйле, 1 июндән Рәсәй ғаиләһендә тәрбиәләнеүсе 3 йәштән 15 йәшкәсә балаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы Указга ҡул ҡуйғайны. Был яңылыҡҡа һәр кемдең үҙ ҡарашы.

Рәсәй президенты В.В.Путин күптән түгел халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, илдәге хәлгә бәйле, 1 июндән Рәсәй ғаиләһендә тәрбиәләнеүсе 3 йәштән 15 йәшкәсә балаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы Указга ҡул ҡуйғайны. Был яңылыҡҡа һәр кемдең үҙ ҡарашы. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты, сәйәси фәндәр кандидаты Николай Евдокимов түбәндәгесә фекерләй:
– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың халыҡҡа дәүләт ярҙамын булдырыуын күптәр хупланы. Бер тапҡыр түләнәсәк пособиены Башҡортостанда 700 меңгә яҡын бала аласағы билдәле булды. Тәү сиратта был түләү ғаиләнең йәшәү килеме түбән булған һәм социаль яҡлауға мохтаж булғандарға түләнәсәк. Был осраҡта күп ғаиләләрҙең ризаһыҙлыҡ күрһәтеүе лә бар. Дәүләтебеҙ былай ҙа ауыр хәлгә ҡалыусыларҙың береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша. Шуның өсөн һәр кемгә илебеҙҙәге хәлде күреп, аңлап эш итеүҙәрен теләйем.