Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
13 Май 2020, 20:20

ШТРАФ ТҮЛӘРГӘ ТЕЛӘМӘҺӘҢ, БИТЛЕК КЕЙ

12 майҙан республикала урамға битлекһеҙ сығыу тыйылды. Һәр төбәктә рейдтар уҙғарыласаҡ. Режимды боҙоусыларға штраф һалына.

12 майҙан республикала урамға битлекһеҙ сығыу тыйылды. Һәр төбәктә рейдтар уҙғарыласаҡ. Режимды боҙоусыларға штраф һалына. Граждандарға бер мең һумдан өс мең һумға тиклем, ҡабаттан боҙған осраҡта өс-биш мең һум тәшкил итәсәк. Вазифалы кешеләр өсөн – 5 - 15 мең һум (ҡабаттан боҙған осраҡта 15 – 30 мең һум). Ойошмалар өсөн 50 – 100 мең һум, ҡағиҙә ҡабаттан боҙолһа, 100 – 200 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ. Граждандарға ҡарата иҫкәртеү сараһы ҡулланылыуы ихтимал.
Тағы бер ҡат иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: төбәк Башлығы указына ярашлы, үҙизоляция режимы йомшартылды, ә битлек режимы ҡатыраҡ буласаҡ, йәғни йәмәғәт урындарында битлек һәм бирсәткә мотлаҡ кейергә кәрәк.
Балаларға һәм ололарға комендат сәғәте ҡала. Балалар 20.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем тышҡа сыҡмаҫҡа тейеш. Ололарға иһә 18.00--06.00 сәғәттәр арауығында сығыу тыйыла.
Быларҙың барыһы ла вирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында эшләнелә. Һаҡланығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: