РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сираттағы эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булып китте. Зариф Закир улы һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Г.Ә. Ишемғолова “Үҫмерҙәр” клубында урынлашҡан ирекмәндәр штабы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Осрашыу барышында депутат ирекмәндәр алып барған эштәр, ҡалалығы хәл торошо тураһында ҡыҙыҡһынды, ошондай хәүефле ваҡытта ирекмәндәр штабына ҡушылыусыларға, коронавирус киҙеүе арҡаһында ауыр хәлгә ҡалған ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыусыларға рәхмәтен белдерҙе. “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” проекты рамкаһында 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класы уҡыусыһы Вадим Акобияға, “Арҡайым” башланғыс мәктәбенең 1-се класы уҡыусыһы Владимир Веселовҡа, 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класы уҡыусыһы Ирина Никифороваға планшет бүләк итте. Был проектҡа ҡала Советы депутаттары ла ҡушылды, улар ҙа осрашыу барышында 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класы уҡыусыһы Земфира Хәсәноваға планшет тапшырҙы.
Артабан Зариф Закир улы “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған “Беҙ бергә” акцияһына ҡушылып, Сибай ҡалаһында йәшәүсе 65 йәштән өлкән граждандар өсөн алып килгән аҙыҡ-түлек йыйылмаһын ирекмәндәр менән бергә таратырға сыҡты.