Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
30 Апрель 2020, 16:55

Ирекмәндәргә рәхмәт!

--Ирекмәндәргә ҙур рәхмәт! Үҙ сәләмәтлектәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ололарҙы хәстәрләүҙәре бик хуп! Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеп кенә торалар, тышҡа сыҡмаҫҡа ҡушалар,--ти Миңнур Дилмөхәмәтова.—Мин һуғыш осоро балаһымын. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кеүек беҙҙең саф та аҙайҙы хәҙер. Ҡала етәкселегенә ҙур рәхмәт, беҙҙе хәстәренән бер ваҡытта ла айырмай.

Үҙаллы изоляция режимы индерелгәс тә Сибайҙа “Беҙ бергә!” ирекмәндәр штабы эшләй башланы. Ирекмәндәр сафында ҡаланың мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә бар. Улар көн һайын мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып бара, торлаҡ-коммуналь квитанцияларын түләүҙә ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, өлкән быуын вәкилдәренә психологик яҡтан да ярҙам итәләр, хәлдәрен белешеп, коронавирусҡа бәйле илдәге хәл тиҙҙән тотороҡланасағын аңлаталар.