Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
27 Апрель 2020, 01:39

«Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш»

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хабиров белдереүенсә, фекер алышыу барышында иң яҡшы тәҡдимдәр йыйылып барыла, сөнки коронакөрсөктән сығыу өсөн бар мөмкинлектәрҙе лә ҡулланырға кәрәк.

Башҡортостан Республикаһында коронакөрсөктән сығыу юлдарын ҡарау өсөн эксперт платформа барлыҡҡа килде.
24 апрелдә ТАСС мәғлүмәт үҙәгендә «Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш» Беренсе Халыҡ-ара онлайн-форумының презентацияһы үтте. Форум 28 апрелдә Мәскәү ваҡыты менән 10:00 сәғәттә интерактив форматта bashkiria-live.com платформаһы базаһында уҙасаҡ.
Мәғлүмәт конференцияһының виртуаль майҙанында меңәрләгән кеше ҡатнашасаҡ. 10 секцияға һәм ике пленар ултырышҡа бүленгән форумда 25 илдән 100-ҙән ашыу эксперт ҡатнашыу теләген белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хабиров белдереүенсә, фекер алышыу барышында иң яҡшы тәҡдимдәр йыйылып барыла, сөнки коронакөрсөктән сығыу өсөн бар мөмкинлектәрҙе лә ҡулланырға кәрәк.
Артабан bashkiria-live.com платформаһы базаһында сараның һөҙөмтәһенә анализ үткәреү планлаштырылған, шулай уҡ think-tanks форматта белгестәр өсөн даими аралашыу булдырылды.
Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева “Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш” Беренсе Халыҡ-ара онлайн-форумының актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды: “Ысынлап та, бизнес дәүләт ярҙамын хупланы, бындай ярҙам өсөн киләсәктә тағы ла яңы проекттар булыдырылыуы көтөлә. Был форум бизнес өсөн дәүләт ярҙамының башланғысы буласаҡ”.
Форум барышында сит ил вәкилдәре илдәрҙең пандемия менән нисек көрәшеүе, ниндәй саралар күреүе тураһында хәбәр итә һәм ҡатнашыусыларға үҙ фекерҙәрен һәм теләктәрен еткерәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдереүенсә, 28 апрелдә форумдан тыш, Башҡортостан Республикаһы һәм WAIPA Бөтә Донъя инвестиция агентлығы ассоциацияһы араһында бизнесҡа дәүләт ярҙам булдырыу тәжрибәһен уртаҡлашыу килешеүенә ҡул ҡуйыу ҡаралған.
«Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш» Беренсе Халыҡ-ара онлайн-форумында ҡатнашыу өсөн bashkiria-live.com платформаһында 25 апрелдән теркәлергә мөмкин.