Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу сараларын бөгөн һәр кем белә: ҡулдарҙы йыуып йөрөргә, дезинфекциялау әйберҙәре ҡулланырға. Ә бирсәткә һәм битлектәрһеҙ кеше күпләп йөрөгән ергә барыу, йәмәғәт транспортында йөрөү ҡәтғи тыйылды. Дарыуханаларҙа битлектәрҙең етешмәүе көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Ярай әле ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер шәхси эшҡыуарҙар, ирекмәндәр бар.
Ҡалабыҙ дарыуханаларында битлектәр етмәй башлағас, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы беренселәрҙән булып ярҙамға килде. Тегеү әйберҙәрен конструкторлау һәм моделләштереү бүлеге уҡытыусылары студенттар менән берлектә битлек тегеп, ойошмаларға таратып бирҙе.
—Көтөлмәгән коронавирус киҙеүе барыбыҙҙы ла уйланырға мәжбүр итте. Шуға күрә коллектив менән кәңәшләшеп, битлектәр тегеү эшен йәһәтләнек. Шулай итеп, Граждандарҙы яҡлау идаралығына, Сибай Водоканалына, ҡала хакимиәтенә, «Башнефтепром» йәмғиәтенә, Сибай мәғлүмәт үҙәгенә бөтәһе ике меңдән ашыу битлек тегелде. Шулай уҡ уҡыу йортоноң хеҙмәткәрҙәре лә тәьмин ителде. Был эште тиҙ арала ойошторғандары һәм алып барғандары өсөн уҡытыусыларыбыҙ Зөлфиә Камил ҡыҙы Биктинаға, Лилиә Рәмил ҡыҙы Ҡасимғоловаға, шулай уҡ битлектәрҙе сифатлы һәм бик ҡыҫҡа ваҡытта тегеүгә өлгәшкән студенттарыбыҙ Зөлфиә Йәркинбаева, Анна Бочкова, Алена Томилина, Сәлимә Исхаковаларға, уларға ярҙамға килгән тегенселәргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Сөнки битлек тегеү эше уҡыу йорто карантинға ябылғансы ғына башҡарылды, аҙ ғына ваҡыт эсендә ярайһы ғына битлек тегеп өлгөргән уҡытыусыларҙың да, студенттарҙың да был эше юғары баһаға лайыҡ,—ти Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы директоры Азамат Миңлеғәле улы Көмөшҡолов.
Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: урамда йөрөгәндә, янығыҙҙа кешеләр булмаһа, йә иһә дистанция һаҡланыла икән, битлек кейеү талап ителмәй. Дарыуханаға, дауаханаға, банкка, магазинға барғанда, йә иһә йәмәғәт транспортына ултырғанда ғына кейеү мөһим.
Шулай уҡ кеше күпләп йөрөгән урынға үҙегеҙ менән бирсәткә алып йөрөгөҙ. Йәшәгән йорт янынан 100-150 метр ары китергә ярамай.
Оло йәштәгеләргә һәм балаларға тышҡа сығыу ваҡыты сикләнгән. Балиғ булмағандар ата-әсә оҙатыуында ғына йөрөргә хоҡуҡлы.