Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә бушлай туҡланыу хоҡуғына эйә булған уҡыусылар өсөн дистанцион уҡыу осоронда ҡоро паек рәүешендә аҙыҡ-түлек йыйылмаһын таратыу ойошторола башланы.
Башҡортостан Республикаһында бөтәһе 460,8 мең бала белем ала. 85,7 мең уҡыусы бушлай туҡланыу хоҡуғына эйә, уларҙың 64,6 меңе күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр, 21,1 меңе инвалид һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар.
Ҡоро паектағы аҙыҡ йыйылмаһы төрлөсә: күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән уҡыусыларға көнөнә 50-55 һум иҫәбенән йыйылһа, физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға -100 һумдан иҫәпләнә. Ул аҙнаһына бер тапҡыр биреләсәк.
Бөгөн Сибай ҡалаһы 1-се һәм 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәптәре, гимназия льготалы категорияға ҡараған, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән уҡыусыларға ҡоро паек таратыу эшен башлап ебәрҙе. Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы төрлө ярмаларҙан, көнбағыш майы, он, консерваларҙан тора. Сибай ҡалаһы 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенән ҡоро паек алыусы Гөлназ Шәрипова үҙ фекере менән бүлеште:
- Коронавирус киҙеүе бөтә донъяны болғаны, барыбыҙҙы ла ҡурҡыуға һалды. Был ауыр ваҡытта дәүләтебеҙ балаларыбыҙҙы онотмауы, ошондай ярҙам ҡулы һуҙыуы маҡтауға лайыҡ. Йыйылма эсенә иң кәрәкле аҙыҡ-түлек һалынған. Он, көнбағыш майы булыуы ла ҡыуандырҙы, балаларымды тәмле ҡоймаҡ менән һыйлармын. Ҡоро паек булдырғандары өсөн илебеҙ хөкүмәтенә, ҡала хакимиәтенә, мәктәп етәкселегенә ҙур рәхмәтемде еткерәм.