АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
8 Апрель 2020, 10:55

Баҡсаға йөрөргә иртәрәк

Әгәр һауа шарттары яҡшы торһа, 20 апрелдән “Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ҡала ситендәге баҡсаларға автобус хәрәкәтен ойошторасаҡбыҙ. Сибай автотранспорт предприятиеһының автобустары миҙгел асылыуға әҙер.

Көндәр йылынып, баҡса эштәре башланып торғанда үҙаллы изоляция режимы индерелеүҙе күптәр ауыр кисерә. Ни тиһәң дә, баҡса кешеләрҙе туйындыра, хәрәкәт иттерә.
Сибай ҡалаһы халҡының да күпселеге коллектив баҡса тота. Көндәр йылыныу менән улар ҡала ситендәге йәшел биләмәләренә ашҡына ине. Ә быйыл коронавирусҡа бәйле киҫкен хәл килеп тыуғанға, баҡсасылар хафаға ҡалды. Шуға ла уларҙан Сибай ҡала хакимиәте етәкселегенә: “Быйыл баҡсаға барып булырмы?”, “Нимә менән йөрөрбөҙ?”, “Автобустар булырмы?”—тигән һорауҙар яуҙы.
Был һорауҙара ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов яуап бирҙе:
--Коллектив баҡсаларға йөрөү тыйылмай. Республика етәкселеге баҡсасыларға мөмкин тиклем ярҙам кәрәклеген яҡшы аңлай. Яңы миҙгелде асыу Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә лә ҡаралды.
Сибай ҡалаһы хакимиәте лә был мәсьәлә менән етди шөғөлләнә. 8 апрелдә коллектив баҡсаларҙың рәйестәрен йыйып кәңәшмә үткәрәбеҙ. Унда килеп тыуған бөтә һорауҙар ҙа уртаға һалып тикшереләсәк. Әгәр һауа шарттары яҡшы торһа, 20 апрелдән “Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ҡала ситендәге баҡсаларға автобус хәрәкәтен ойошторасаҡбыҙ. Сибай автотранспорт предприятиеһының автобустары миҙгел асылыуға әҙер.
Әлегә көндәр һалҡын, ер ҙә кипмәгән, шуға күрә аҙна аҙағына ҡәҙәр участкаларығыҙға йөрөмәй тороуығыҙ хәйерле. Был хаҡта республика халҡына Радий Фәрит улы Хәбиров та әйтте. Ул шулай уҡ 10 апрелдә Хөкүмәт аныҡ юридик механизм тәҡдим итһә, шуға таянып яҙғы эштәргә старт биреләсәк, тине. Был хаҡта өҫтәмә мәғлүмәт булыр.
Тағы ла бер тапҡыр иҫләтәм, бер нисә көн түҙегеҙ, ҡабаланмағыҙ! Ошо арала мотлаҡ баҡса миҙгелен асасаҡбыҙ. Иң мөһиме—сәләмәт булығыҙ!
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: