Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
6 Апрель 2020, 11:05

Ямайҙар, шымарталар

Быйылғы яҙҙың иртә килеүе сәбәпле төбәктә асфальт-бетон заводы эшмәкәрлеген иртәрәк тергеҙгән. Шуға ла район юлдарындағы соҡорҙарҙы “эҫе асфальт” ярҙамында ямауға тотонғандар.

Хәйбулла районында “Хәүефһеҙ юлдар” милли проекты сиктәрендә юлдарҙы яңыса ысул--“эҫе асфальт”менән ремонтлай башлағандар. Быйылғы яҙҙың иртә килеүе сәбәпле төбәктә асфальт-бетон заводы эшмәкәрлеген иртәрәк тергеҙгән. Шуға ла район юлдарындағы соҡорҙарҙы “эҫе асфальт” ярҙамында ямауға тотонғандар.
--Иң беренсе сиратта транспорт хәрәкәте тиҙлегенә ныҡлы йоғонто яһаған соҡорҙарҙы ямау көнүҙәк мәсьәлә булып тора,--ти Хәйбулла юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығы етәкселеге.
3 апрелдә юлсылар Бүребай ҡасабаһына илткән юлды рәтләргә тотонған. Идаралыҡ эшселәре был йүнәлештәге юлдың 2 саҡрымға яҡын япмаһын ремонтлаясаҡ.
#нацпроекты#миллипроекттар