Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
6 Апрель 2020, 12:05

БИТЛЕК КЕЙЕРГӘМЕ, ЮҠМЫ?

Коронавирус таралыу ҡурҡынысы янағас та, күптәр урамда битлек кейә башланы. Дөрөҫмө ул? Кейергә кәрәкме? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Коронавирус таралыу ҡурҡынысы янағас та, күптәр урамда битлек кейә башланы. Дөрөҫмө ул? Кейергә кәрәкме?
Коронавирус, башҡа вирус кеүек үк, сирле кешенән тарала. Әгәр урамда һеҙҙең янда бер кемдә юҡ икән, тимәк, битлек кейеүҙең кәрәге лә юҡ. Был хаҡта 3 апрель көнө уҙғарылған брифингта республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак белдерҙе.
--Кеше урамда яңғыҙы китеп бара. Битлек нимәгә? Был осраҡта битлек кәрәкмәй,--тине ул.
Дистацияны үтәйһегеҙ икән, һеҙҙең арала ике метр арауыҡ ҡалған икән, битлек кейеү талап ителмәй.
Ә бына кеше күпләп булған ергә, мәҫәлән, магазинға барһағыҙ битлек кейергә онотмағыҙ.