Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
31 Март 2020, 12:35

АУЫЛДАШТАРЫНА БИТЛЕК ТАРАТА

Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе ябай пенсионер инәй Зәйтүнә Сирбаева бер көндә 30-ҙан ашыу битлек теккән һәм уны магазинға килгән һәр ауылдашына бушлай таратҡан. Һүрәттә: Зәйтүнә инәй Сирбаева уң яҡта.

Баймаҡ районы Темәс, Бетерә ауылдарында шәхси эшҡыуарҙар Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар халыҡҡа бушлай битлек таратыуын хәбәр иткәйнек инде. Ә бына Сыңғыҙ ауылында ябай пенсионер инәй Зәйтүнә Сирбаева бер көндә 30-ҙан ашыу битлек теккән һәм уны магазинға килгән һәр ауылдашына бушлай таратҡан.
--Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлай. Өйҙә генә ултырығыҙ. Магазинға йомошоғоҙ булып килһәгеҙ, урамға сыҡһағыҙ, мотлаҡ битлек кейегеҙ,--тип һәр береһенә кәңәшен дә еткергән.
Зәйтүнә инәй ошо арала тағы битлектәр тегергә һәм ауылдаштарына уларҙы таратыуҙы дауам итергә ниәтләй.
Халыҡ һаулығын хәстәрләгән Зәйтүнә инәйгә ҙур рәхмәт әйтеп, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!