--Яңғыҙ йәшәгән әбей-бабайҙар магазинға, дарыуханаға, башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтарына барыбер урамға сығырға мәжбүр. Карантин мәлендә ошондай хәлдәр булмаһын өсөн беҙ үҙ иҫәбебеҙгә ололарға йәшәү өсөн кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һатып алып тараттыҡ,--ти “Алға, Сибай!“ урындағы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Д.А.Назаров.