Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
29 Март 2020, 13:05

Тиҙ арала дауахана төҙөлә

Төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, комплекс бер ҡатлы була һәм тиҙ ҡорола торған модуль конструкцияларынан төҙөлә. Унда тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 80 бокс буласаҡ.

Яҡын арала Өфө районы "Зубово" индустриаль паркында ваҡытлыса клиника-диагностика инфекция үҙәге төҙөләсәк. Кисә, йәғни 28 март көнө, республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров төҙөлөшкә әҙерлек барышы менән танышты.
Төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, комплекс бер ҡатлы була һәм тиҙ ҡорола торған модуль конструкцияларынан төҙөлә. Унда тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 80 бокс, шул иҫәптән 62 бер урынлы һәм 18 реанимация боксы буласаҡ.
Хеҙмәткәрҙәр өсөн айырым бина, санитар транспортты, башҡа кәрәк-яраҡты эшкәртеү өсөн майҙансыҡ, ҡаҙанлыҡ һәм кислород станцияһы сафҡа инәсәк.
Инфекция бүлектәре һауа таҙартыу системаһы менән тәьмин ителәсәк.
Проект етәксеһе Дмитрий Дуденко белдереүенсә, кәрәк була ҡалһа, бер ниндәй финанс юғалтыуһыҙ объектты икенсе урынға күсерергә мөмкин. Коронавирус эпидемияһы бөткәс, бөтә ҡоролманы икенсе госпиталдәрҙә ҡулланып була.
Мәғлүмәт "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.