Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
29 Март 2020, 14:09

Карантин режимын боҙоусылар өсөн махсус сара күрелә

Сибай ҡалаһында шик аҫтына алынған 73 кеше лаборатор тикшереүе уҙған, улар араһында коронавирус киҙеүен эләктереүселәр юҡ. Сит илдән ҡайтҡан 54 кеше изоляцияланған, 28 кеше карантин режимынан сығарылған.

Республикала кѳн һайын махсус төркөмдәр сит илдән ҡайтыусы граждандарҙың карантин режимын тотоу-тотмауын тикшерә. Әлеге ваҡытта һәр тѳркѳмгә бер социаль хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Дѳйѳм республика буйынса махсус рейдтарҙа, өйҙә ултырған өлкән йәштәгеләрҙең хәлен белеүгә һәм ярҙам итеүгә йәлеп ителгән волонтерҙарҙан тыш, ике мең социаль хеҙмәткәр ҡатнаша.
Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһы баш табибы Радик Нәҙерғолов белдереүенсә, бөгөгө көндә Сибай ҡалаһында шик аҫтына алынған 73 кеше лаборатор тикшереүе уҙған, улар араһында коронавирус киҙеүен эләктереүселәр юҡ. Сит илдән ҡайтҡан 54 кеше изоляцияланған, 28 кеше карантин режимынан сығарылған.
Карантин тәртибен боҙоп, ѳйҙә ултырмаған граждандарға протокол тѳҙѳлә. Был мәғлүмәт “Роспотребнадзор”ға һәм Эске эштәр министрлығына артабан сара күреүгә ебәрелә. Шуға ла сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙең 14 кѳнлѳк карантинды үтәүе мотлаҡ. Уларҙың ҡалала йәки ауылда йәшәүе мѳһим түгел - ҡағиҙә барыһына ла бер үк. Ѳйҙә ултырғанда ла туғандар менән телефон йәки мессенджерҙар аша аралашырға мѳмкин, дарыу, аҙыҡ-түлек кәрәк булһа, социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамға килергә әҙер.
Читайте нас: