АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Март 2020, 11:15

ЯЛҒАН ХӘБӘРҘӘРГӘ ЫШАНМАҒЫҘ!

Интернет селтәрендә коронавирусҡа бәйле төрлө мәғлүмәттәр тарала. Уларҙың барыһына ла ышанырға кәрәкмәй. Ҡайһы берәүҙәр халыҡты ҡурҡытып, арттырып-арттырып хәбәрҙе ҡуйырта.Мәҫәлән, бала сауҙа нөктәһендә, йәмәғәт транспортында йөрөһә, штраф һалына тип яҙҙылар. Был мәғлүмәт дөрөҫ түгел. «Социаль селтәрҙәрҙә һәм ата-әсәләр чаттарында балаларҙың йәмәғәт урындарында йөрөгәне өсөн ата-әсәләргә административ яуаплылыҡ ҡаралыуы тураһында мәғлүмәт таратыла. Был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй», — тип белдерәләр Мәғариф министрлығынан. Мәктәптәр буйлап баланы түңәрәктәрҙә йәки өҫтәмә дәрестәрҙә асыҡлау өсөн рейдтар уҙғарылыуы, һөҙөмтәлә мәктәп етәкселегенә яза бирелеүе тураһында мәғлүмәт тә ялған.

Интернет селтәрендә коронавирусҡа бәйле төрлө мәғлүмәттәр тарала. Уларҙың барыһына ла ышанырға кәрәкмәй. Ҡайһы берәүҙәр халыҡты ҡурҡытып, арттырып-арттырып хәбәрҙе ҡуйырта.
Мәҫәлән, бала сауҙа нөктәһендә, йәмәғәт транспортында йөрөһә, штраф һалына тип яҙҙылар. Был мәғлүмәт дөрөҫ түгел.
«Социаль селтәрҙәрҙә һәм ата-әсәләр чаттарында балаларҙың йәмәғәт урындарында йөрөгәне өсөн ата-әсәләргә административ яуаплылыҡ ҡаралыуы тураһында мәғлүмәт таратыла. Был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй», — тип белдерәләр Мәғариф министрлығынан.
Мәктәптәр буйлап баланы түңәрәктәрҙә йәки өҫтәмә дәрестәрҙә асыҡлау өсөн рейдтар уҙғарылыуы, һөҙөмтәлә мәктәп етәкселегенә яза бирелеүе тураһында мәғлүмәт тә ялған.
Шуға күрә, рәсми сайт мәғлүмәттәренә генә ышанығыҙ. Был вирус сабыйҙар, ололар һәм дә хроник сирлеләр өсөн хәүефлерәк. Әммә ҡурҡырға, ғауғаларға кәрәкмәй. Ҡулығыҙҙы йышыраҡ йыуығыҙ, бысраҡ ҡулығыҙ менән танауығыҙға, ауыҙығыҙға, битегеҙгә теймәгеҙ, кеше күп йөрөгән ерҙә битлек менән йөрөргә йә мөмкин булһа ундай урынға бармаҫҡа тырышығыҙ, сөскөргән, йүткергәндә ауыҙығыҙҙы салфетка менән ҡаплағыҙ, ҡул бирешеү, ҡосаҡлашып үбешеүҙән тыйылып тороғоҙ, уртаҡ һауыттан аҙыҡ ашамағыҙ, эш урынында өҫтәлегеҙҙе, компьютер клавиатураһын даими һөртөп тороғоҙ.
Көн режимын үтәгеҙ, витаминлы аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ, физик әүҙемлекте юғалтмағыҙ, өйөгөҙҙө йыш елләтегеҙ һәм еүешләп һөртөп тороғоҙ.
"башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды.