Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Март 2020, 13:10

Изгелеккә ҡушыл!

Әгәр ҙә һеҙ әүҙем, тирә-яҡтағы хәлдәргә битараф түгелһегеҙ икән “Изгелеккә ҡушыл!” акцияһын эләктереп алығыҙ.

Илебеҙ өсөн ябай булмаған осорҙа күптәр өйҙәренән сыҡмай. Айырыуса өлкән быуын вәкилдәренә был ваҡытта еңел түгел. Сибай ҡала хакимиәте Халыҡ-ара ислам бизнесы ассоциацияһының урындағы бүлеге, “Рәсәй терәге” йәмәғәт ойошмаһы, “Восток ойл” автозаправкалау станцияһы “Изгелеккә ҡушыл” акцияһы ойошторҙо.
Акцияға һәр кем өлөш индерә ала, ирекмән булараҡ та ҡушыла ала. Сара барышында өлкәндәргә һәм инвалидтарға аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар таратыу менән булыша. Ирекмәндәрҙең ярҙамы төрө яйлап киңәйә барасаҡ. Әгәр ҙә һеҙ әүҙем, тирә-яҡтағы хәлдәргә битараф түгелһегеҙ икән һеҙҙе “Изгелеккә ҡушыл!” акцияһына ҡушылырға саҡырабыҙ.
Белешмәләр өсөн телефон: +7 (34775) 2-25-07.
Бәйләшештә төркөмөндә: Автономлы коммерциялы булмаған «Изгелек» йәмғиәте https://vk.com/public145732704.
Читайте нас: