Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Март 2020, 11:00

Һандары ла, урам исемдәре лә булһын

Һәр адрес хужалығында тәртип булдырыу—мөһим кампанияға әҙерлектең иң беренсе этабы.

Быйыл илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы үтә. Һәр адрес хужалығында тәртип булдырыу—мөһим кампанияға әҙерлектең иң беренсе этабы. Сибай ҡалаһы хакимиәте етәкселеге “Торлаҡ коммуналь хужалығы һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы сибайҙарға был мәсьәләгә яуаплы ҡарарға, шәхси йорттарҙың һәм фатирҙарҙың, урам исемдәренең аншлагтарын теүәлләргә саҡыра. Әгәр улар бөтөнләй юҡ, йәки ҡояшҡа янып, һандары, атамалары күренмәһә, яңынан эшләтеү зарур. Нумерацияның булыуы янғын һағы, тиҙ ярҙам, газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең, почтальондар һәм таксистарҙың эшен еңеләйтә.
#нацпроекты#миллипроекттар