Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
25 Март 2020, 10:56

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың тәүге осраҡтары теркәлгән.

Башҡортостанда өс кешелә Covid19 вирусы асыҡланған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, өс кешелә Covid19 вирусы асыҡланған. Уларҙың икәүһе сит илдән ялдан ҡайтҡан, тағы бер Өфө кешеһе Мәскәүгә эшкә йөрөгән. Улар барыһы ла изоляцияланған, әлегә кемдәр менән аралашҡанлығы тикшерелә.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостанда үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараттарына ҡытлыҡ юҡ, тип белдерҙе. Республика дауаханаларында 700-гә яҡын үпкәләрҙе яһалма елләтеү, наркоз-тын алыу аппараттары бар.
Бынан тыш, республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, Башҡортостандың резерв фондынан өҫтәмә аҡса бүленде һәм тағы 20-ләгән аппарат һатып алына. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән илдең резерв фондынан Рәсәй төбәктәренә биш меңдән ашыу аппарат һатып алыу өсөн аҡса йүнәлтелгән.