Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
24 Март 2020, 11:08

Мәктәптәр дистанцион уҡытыуға күсә

2 апрелдән уҡыусыларҙы дистанцион уҡыуға күсереү әҙерлеге алып барыла.

"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге начальнигы Олег Мәүлетов белдереүенсә, бөгөн Рәсәйҙә коронавирус киҙеүен эләктереүселәр һаны 438-гә еткән, 17 кеше һауыҡҡан. Ауырыуҙарҙың күбеһе Мәскәүҙә һәм баш ҡалаға яҡын өлкәләрҙә, Санкт-Петербург ҡалаһында билдәләнгән. Башҡортостан Республикаһында киҙеүҙе кисектереү маҡсатында төрлө саралар ҡарала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса брифинг уҙғарылып тора.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республикала киҙеүсе асыҡлау лабораториялары арттырыла, айырым шарттар булдырылған өҫтәмә диагностика үҙәктәре асыла. Шулай уҡ Өфө аэропортында сит илдәрҙән ҡайтҡан пассажирҙарҙы тикшереү өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән лаборатория эшләйәсәк.
2 апрелдән уҡыусыларҙы дистанцион уҡыуға күсереү әҙерлеге алып барыла, бының өсөн бөтә методик күрһәтмәләр әҙер. Интернет булмаған аҙ комплектлы мәктәптәр өсөн дә саралар планы раҫланған.
Читайте нас: