Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
23 Март 2020, 10:15

Табипты өйөңә саҡырт

Коронавирус янау сәбәпле, хроник сирлеләргә, ололарға йәмәғәт транспортында йөрөү, йәмәғәт урындарына барыу кәңәш ителмәй. Улар, һаулығы борсоһа, табипты өйөнә саҡырта ала.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, медицина учреждениелары етәкселәре хроник сирлеләрҙе электрон рецептар менән тәьмин итергә тейеш. Был рецептар өс айға тәғәйенләнә.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2020 йылдың 19 мартында ҡабул ителгән приказы ил субъекттарына ебәрелгән.
Шулай итеп, диспансер күҙәтеүе аҫтында булыусыларға рецепт артынан поликлиникаға йөрөү кәрәкмәй. Табиптар ундай пициенттарға даими шылтыратып, хәлен белергә бурыслы.
Коронавирус янау сәбәпле, хроник сирлеләргә, ололарға йәмәғәт транспортында йөрөү, йәмәғәт урындарына барыу кәңәш ителмәй. Улар, һаулығы борсоһа, табипты өйөнә саҡырта ала.

Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: