Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
3 Март 2020, 21:55

Зыяратты рәтләү зыян итмәҫ

--Тереләрҙең -- ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, ти халыҡ мәҡәле. Үлән йәшәреп сыҡҡан мәлдә ҡәберлектәрҙе ипкә килтереү бик яҡшы. Мәңгелек йортҡа иртәме, һуңмы барыбыҙ ҙа барабыҙ. Шуға ла йәштәрҙе ҡәберлектәрҙе тәртиптә тоторға өйрәтеү бер ҙә хилаф эш түгел,--тине Әғләметдин хәҙрәт.

Мәғлүм булыуынса, төбәк Башлығы Радий Хәбиров 2 майҙы Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был көндә төбәктәге зыяраттарға маршруттар асыуҙан, башҡа саралар ойоштороуҙан тыш, муниципалитеттарға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, уларҙың тол ҡатындарының, тыл эшсәндәренең, Ҡораллы Көстәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡәберҙәрен, нәҫел ҡәберлектәрен төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелә.
Республика етәксеһенең Указына ҡарата Башҡортостандағы дин әһелдәре үҙ фекерен белдерҙе.
“Әлегә тиклем бындай сараларҙы дин вәкилдәре һәр ҡайһыһы айырым үткәрә торғайны. Хәҙер иһә акция йыл һайын ойоштороласаҡ. 2 май Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип рәсми рәүештә иғлан ителгәс, дәүләт органдары һәм дин әһелдәре уны берлектә тормошҡа ашырасаҡ. Уртаҡ эшебеҙ ҙур һөҙөмтә бирер, зыяраттар төҙөкләнер, күркәмләнер, тип уйлайым”, – тине Башҡортостан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин.
Мәскәү патриархатының Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон әйтеүенсә, Христиан динендә мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө әүәл-әүәлдән билдәләнә. “Әйткәндәй, республикала әлегә тиклем бындай саранан берәү ҙә ситтә ҡалманы. Христиандар ҙа, мосолмандар ҙа, йәһүдтәр ҙә, башҡа дин вәкилдәре лә бергәләп зыяраттарҙы, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтерҙе. Хәҙер иһә был көн Указға ярашлы билдәләнгәс, эш тағы ла әүҙемләшер, тип ышанам. Иң мөһиме – сара ҙур әхлаҡи әһәмәткә эйә буласаҡ, сөнки төҙөкләндереү эше менән бер рәттән зыяраттарҙа әруахтарҙың рухына доға ҡыласаҡбыҙ”, – тине ул.
“Төбәк башлығының юғары кимәлдә ошондай сараны иғлан итеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Бөтә дин вәкилдәрен изге идея тирәләй берләштереү – яҡшы күренеш. Ата-әсәләр балаларына оло быуынға ихтирам йәһәтенән өлгө күрһәтер, акциянан берәү ҙә ситтә ҡалмаҫ, тип ышанам” – тине Башҡортостандың Баш раввины Дан Кричевский.
Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсете имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов та Башлыҡтың указын хуплай.
--Тереләрҙең -- ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, ти халыҡ мәҡәле. Үлән йәшәреп сыҡҡан мәлдә ҡәберлектәрҙе ипкә килтереү бик яҡшы. Мәңгелек йортҡа иртәме, һуңмы барыбыҙ ҙа барабыҙ. Шуға ла йәштәрҙе ҡәберлектәрҙе тәртиптә тоторға өйрәтеү бер ҙә хилаф эш түгел,--тине Әғләметдин хәҙрәт.