Быйыл Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе алына. Был мөһим сара 20-се тапҡыр уҙғарыла. Быныһы үҙенсәлекле буласаҡ. Бөтә мәғлүмәт тура электрон төрҙә алына.
Халыҡ иҫәбен алыу октябрь айына ҡуйылһа ла, төбәктәрҙә 1 апрелдән эш башлана. Төрлө һорауҙар биреләсәк. Кешенең милләте генә түгел, йәшәү кимәле, хужалығы иҫәпкә алына.
Хөкүмәт мөһим сараға 33 млрд һум бүлә. Уның төп өлөшө халыҡ иҫәбен алыусыларға, йәғни 360 мең кешегә эш хаҡы рәүешендә китә. Шулай уҡ планшеттар алына, уларҙың хаҡы 6 млрд һумға барып баҫа.
Шуны ла иҫкәртәбеҙ: һәр кем Дәүләт хеҙмәте порталы аша үҙе лә анкета һорауҙарына яуап бирә ала.
Һорауҙар менән өс төрлө бланк булдырыла. “Л” бланкыһы Рәсәйҙә даими йәшәүселәргә бирелә. Унда барлығы 23 һорау: енес, тыуған йыл, көн, милләт, гражданлыҡ, белем кимәле, ғаилә хәле, мәшғүллек һ.б. “П” формаһындағы бланкыла торлаҡҡа ҡағылышлы һорауҙар: йорт, фатир майҙаны, бүлмәләре һ.б. Бында йәмғеһе 7 һорау. “В” бланкыһы Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәүселәргә тәғәйенләнә.