Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
27 Февраль 2020, 19:10

АВТОМОБИЛДӘР ҠАР АҪТЫНДА

26 февралдән 27-һенә ҡарай төндә Сибай-Магнитогорск юлында....

26 февралдән 27-һенә ҡарай төндә Башҡортостанда буран ҡотороуы сәбәпле, Сибай – Магнитогорск юлында унлаған машина төнгө ҡараңғылыҡта тороп ҡалған. Буран автомобилдәргә артабан барырға мөмкинлек бирмәгән, сөнки юлды көрт баҫҡан.
«Үтеп булмай, юлдың бер саҡрымы таҙартылмаған, шуға автомашина хужалары төндә «тимер аттар»ын ташлап, йәйәү ҡайтып киткән», — тип хәбәр итте төнгө ваҡиға шаһиттары.
Иртүк килеп, улар үҙҙәренең автомобилдәрен ҡар ҡамыуынан тартып сығарған.
Читайте нас: