Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
27 Февраль 2020, 23:55

Ҡар башына ҡар етә

Ҡыш быйыл яҙ кеүек тиһәк тә, февралдең һуңғы көндәре ҡар яуып, буранлап тора. Туҡтамай яуған ҡар арҡаһында тирә-яҡты көрт баҫты. Ҡала урамдары эсендә лә, ҡасабаларҙа ла кешеләр ҡамалып ҡалды.

Ҡыш быйыл яҙ кеүек тиһәк тә, февралдең һуңғы көндәре ҡар яуып, буранлап тора. Туҡтамай яуған ҡар арҡаһында тирә-яҡты көрт баҫты. Ҡала урамдары эсендә лә, ҡасабаларҙа ла кешеләр ҡамалып ҡалды.
Сибай ҡалаһы урамдарын тәүлек әйләнәһенә 13 берәмек техника таҙарта. “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” йәмғиәте ҡарамағындағы күп ҡатлы йорттар биләмәләрендә бөгөнгө көндә 5 берәмек техника туҡтамай эшләне. Улар иң беренсе сиратта ихата эсендәге тротуарҙарҙы, юлдарҙы ҡарҙан таҙартты. Күп осраҡта көрттө эттереүсе техниканың ихата эсендә тәртипһеҙ рәүештә ҡуйылған автомобилдәр эштәрен тотҡарлай. Әгәр ҙә автомобиль туҡталҡаларын ҡарҙан таҙартырға кәрәк икән, уны тулыһынса техниканан бушатыу зарур. Һәм был хаҡта идарасы ойошмаға шылтыратып алдан белгертергә лә онотмағыҙ.
Әлеге ваҡытта күп фатирлы йорттар биләмәләрен 73 урам һепереүсе ҡарҙан таҙарта. Эшселәрҙең эш ваҡыты 7.00 сәғәттән алып 15.00 сәғәткә ҡәҙәр булһа ла, улар бөгөн сәғәт 6-нан уҡ аяҡ өҫтөндә. Күптәре кискә ҡәҙәр эшләргә мәжбүр. Сөнки бер үткән урынға тағы ла көрт һала.
“Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” йәмғиәте етәкселеге күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе түҙемлерәк булырға, урам һепереүселәрҙең хеҙмәтенә ихтирам менән ҡарарға өндәй. Был ауыр эштә эшләргә теләүселәр ҙә юҡ кимәлдә.