АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
12 Февраль 2020, 11:10

Сир таралыуға юл ҡуйырға ярамай

--Республикала киҙеү, киҫкен респиратор вируслы инфекция ныҡлы тарала. Өфө, Нефтекама ҡалаларында мәктәптәр тулыһынса карантинға ябылған. Сибайҙа ла 9-сы лицейҙа ваҡытлыса уҡыу процесы туҡтатылды, 12-се, 1-се мәктәптә өлөшләтә карантин иғлан ителде,--тине Ҡ.Ғәниев.—Төбәктә сирҙе таралыуға юл ҡуймау, профилактика саралары уҙғарыу зарур. Бөтә донъяға хәүеф менән янаған короновирус хаҡында хәбәрҙар булыу ҙа мотлаҡ.

Хәйбулла районы хакимиәтендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә вируслы инфекцияларҙы профилактикалау саралары буйынса кәңәшмә үтте.
Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығының Башҡортостан Республикаһы территориаль бүлегенең Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары буйынса начальнигы Ҡадир Ғәниев, табиптар, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
--Республикала киҙеү, киҫкен респиратор вируслы инфекция ныҡлы тарала. Өфө, Нефтекама ҡалаларында мәктәптәр тулыһынса карантинға ябылған. Сибайҙа ла 9-сы лицейҙа ваҡытлыса уҡыу процесы туҡтатылды, 12-се, 1-се мәктәптә өлөшләтә карантин иғлан ителде,--тине Ҡ.Ғәниев.—Төбәктә сирҙе таралыуға юл ҡуймау, профилактика саралары уҙғарыу зарур. Бөтә донъяға хәүеф менән янаған короновирус хаҡында хәбәрҙар булыу ҙа мотлаҡ.
#нацпроекты#миллипроекты