Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
10 Февраль 2020, 01:15

Йәш белгестәр кәрәк

Ҡала дауаханаһына эшләргә ҡайтыусыларға беҙҙең яҡтан ярҙам мотлаҡ буласаҡ. Йәш, грамоталы, яуаплы белгестәр беҙгә бик кәрәк. Киләсәктә һеҙҙе аҡ халаттарҙа үҙебеҙҙең дауаханала күрергә өмөтөм ҙур.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов һәм үҙәк дауахананың баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов Өфөлә быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусы һәм ординатура үтеп йөрөүсе яҡташ ҡыҙҙар-егеттәр менән осрашты.
--Табиптарға һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайым, хеҙмәттәрен ихтирам итәм. Сөнки үҙем ошо мөхиттә үҫтем һәм был һөнәр битарафлыҡты ғәфү итмәгәнен яҡшы беләм,--тине Рөстәм Әхмәткәрим улы, йәштәргә мөрәжәғәт итеп. –Ҡала дауаханаһына эшләргә ҡайтыусыларға беҙҙең яҡтан ярҙам мотлаҡ буласаҡ. Йәш, грамоталы, яуаплы белгестәр беҙгә бик кәрәк. Киләсәктә һеҙҙе аҡ халаттарҙа үҙебеҙҙең дауаханала күрергә өмөтөм ҙур.
Буласаҡ табиптар Р.Ә.Афзаловтың тыуған яҡҡа ҡайтырға саҡырыуын ихлас ҡабул итеп, ыңғай яуапланы, хеҙмәт, торлаҡ шарттары менән ҡыҙыҡһынды.