АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
10 Ғинуар 2020, 10:30

Халыҡҡа альтернатива кәрәк

Яңы йыл байрамдарында республикала алкоголь менән ағыуланып 279 кеше дауаханаға эләккән. Быға тиклем был һан 300-гә етә ине...

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән:
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан статистика алдым. Унда күренеүенсә, был байрамдарҙа спиртлы шыйыҡсаларҙан уҙған йылдарға ҡарағанда кешеләр аҙыраҡ ағыуланған. Быға тиклем әйтеүемсә, уҙған йыл суррогат араҡынан ағыуланыусылар 70 процентҡа кәмегәйне. Был һан 8 көнлөк яңы йыл байрамы көндәре мәғлүмәттәре менән дә бәйле. Республикала алкоголь менән ағыуланып 279 кеше дауаханаға эләккән. Быға тиклем был һан 300-гә етә ине. “Туҡта суррогат” акцияһында ҡатнашыусыларға рәхмәт. Эффект һиҙелерлек. Беҙ был алама нәмәне һатыусы һәм ҡойоусы нөктәләр хаҡында 1000-ләп хәбәр алдыҡ, 250 рейд үткәрҙек, күптәрен яптыҡ. Еткергән мәғлүмәттәре дөрөҫ булғандарға хаҡ түләнек. Ысынын әйткәндә, был проектты башлап ебәргәндә уға ышанмай ҡараусылар күп ине. Эскелекте бер нисек тә еңеп булмаясағын әйттеләр…Әммә халыҡҡа альтернатива бирһәң—барыһы ла үҙгәрә. Республикала ойошторолған мәҙәни һәм спорт сараларынан халыҡ ҡәнәғәтлек алды. Беҙ киләсәктә лә халыҡҡа альтернатива тәҡдим итеүҙе дауам итәсәкбеҙ.