Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Декабрь 2019, 19:00

Иғтибарлы булыу бәләнән аралар

Көслө ел мәлендә уны бөтөнләй файҙаланмаһағыҙ, бәләнән ҡотолорһоғоҙ...

Шыршы—Яңы йыл байрамының төп билдәһе. Унһыҙ байрамды күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел. Хәҙер кибеттәрҙә электр селтәренә тоташтырып ҡына балҡып ултырған әҙер шыршылар бар. Ә инде урман ҡупшыҡайын биҙәү өсөн уйынсыҡ һәм гирлянданың йәнең теләгәнен табырға мөмкин. Әммә хәүефһеҙлек тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк. Кибет шыршыһының һәм гирлянданың төҙөк булыуы мөһим. Әгәр берәй еҫ, йә төтөн һиҙелһә, уларҙы шунда уҡ электр селтәренән һурып алыу мотлаҡ. Тәбиғи шыршыны биҙәр өсөн мамыҡ, пластик, ҡағыҙ, май шәмдәрен ҡулланмау кәңәш ителә. Уның тирәһендә бенгаль утын да ҡабыҙмау яҡшы. Ҡупшыҡайҙы йылытыу приборҙары эргәһенә урынлаштырыу ҙа хәүефле.
Шулай уҡ пиротехника менән дә бик һаҡ эш итергә кәрәк. Улар-ҙың ҡулланыу ваҡыты сыҡмауы, рус телендә инструкцияһы булыуы шарт. Һатыу нөктәһендә үк сертификаты барлығын тикшерегеҙ. Кителгән, һыҙырылған, нимәһелер ысҡынған пиротехниканы алыуҙан тыйылығыҙ. Уны ҡулланған мәлдә асыҡ майҙандың булыуы мөһим, яҡын-тирәлә ҡапыл тоҡанып янып китерҙәй әйберҙәр булмауын яҡшылап ҡарағыҙ. Көслө ел мәлендә уны бөтөнләй файҙаланмаһағыҙ, бәләнән ҡотолорһоғоҙ.
Ғөмүмән, һаҡ булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Бәлә аяҡ аҫтында икәнлеген онотмағыҙ!
Н.Низамова, Р.Сыңғыҙова.