Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Декабрь 2019, 17:10

Әйтергәме икән, әйтмәҫкәме икән?

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА Анонимлыҡ гарантиялана тиһәләр ҙә, кеше диңгеҙ аръяғында йылан көйшәгәнен дә ишетә бит ул. Беҙ ҙә ҡапсыҡта ятыр ҡорал түгел. Тишә тоҡто.Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Бөгөн иртәнән алып интернетта бер хәбәр ҙур популярлыҡ менән уҡыла, таратыла. Республика Башлығы Радий Хәбировтың законһыҙ алкоголь һатыусыларға ҡарата “ҡапҡан ҡорошоусыларға” түләйәсәге хаҡында ул. Ҡайһы бер сығанаҡтар ошо түләү суммаһын арттырып күрһәтергә лә баштары етте.
Тик торғанда кемделер төртөп күрһәтеп кенә аҡсалы булыу анһат та ул, тик был аҙымға барырмы икән ауылдаштар?(үҙ ҡаҙанымдан алып әйтәм)
Башҡорт башынан үткәнде һөйләй тигән һүҙ бар. Бынан ике йыл элек урындағы "Һаҡмар" гәзитенә эскелек хаҡында яҙҙым. Әлбиттә, был яҙманы яҙырға мине бер ниндәй ҙә бүләкләү ҙә, матди килем артынан ҡыуыу ҙа этәрмәне. Эскелек һаҙына батҡан йәштәрҙе, ҡартлығын ҡаралаған ололарҙы күреү ысын мәғәнәһендә күңелемде әрнетә ине. Ошоға һыҙланып яҙғайным мәҡәләмде. Гәзиттә яҙмам өҙөлөп-йолҡолоп сыҡты. Баҡтиһәң, ул тиклем әсе “тешләшергә” ярамай икән унда. Ярай, шуныһына ла ҡәнәғәт булдым.
Аҙна үттеме-юҡмы интернет селтәрендәге фейк сәхифәнән (йәшертен битләү) хат килеп төштө. Эстәлеге “эт ашағыһыҙ” һүҙҙәр менән тулы. Ҡыҫҡаса ошолай иң аҙағында : "Телеңде тыйыңҡырап йөрөмәһәң, ҡырҡып ҡыҫтырырбыҙ!"
Яуап яҙманым. Шулай ҙа шик-шөбһә төштө. Осраҡлы хәлме, ауыл осондағы кәбәнебеҙ төбөндә бер нисә көндән күп итеп түгелгән шырпы, тәмәке төпсөктәре һәм арыраҡ шешә ҡосаҡлаған иҫерек ир ята ине.
Төнөн эт абалағанын, кемдер йырлағанын ишеткән инек тә, беҙҙең кәртә төбөндә ятыр был иҫерек тип һис тә уйға инмәгәйне. Аҙаҡ уйлап ҡуйҙым: әллә был минең мәҡәләм өсөн ебәрелгән “клиент” булдымы икән? Ни булһа ла, Хоҙай араланы ҡазанан.
Әле бөгөн башлыҡтың ошо хәбәре интернет ҡыҙырғас, телефон аша икенсе ауылдағы таныш ҡатынға шылтырата һалдым. Күптән күршеләренең ялған араҡы һатыуына зарлана ине. Нисек ишеттем ауыҙынан уның шулай яҙам:
"Эй, улар менән бысранғансы! Әллә нисә килеп тотоп, вис араҡыларын тейәп сығып киттеләр. Барыбер һаталар бит ул! Ошаҡлап анау бер йылы яманатлы булдым былай ҙа. Ҡайҙа барһам да халыҡ дошманы кеүек ҡаш аҫтынан ҡаранылар. Шыш-пыш артымдан һөйләйҙәр. Көҙгөһөн һыйырымдың ашҡаҙаны ауыртып көйшәмәй ауырып китте. Ветеринар араҡыға ҡушып шыйыҡ май эсер тине. Ҡайҙа барайым араҡы эҙләп, индем теге күршегә. Йөҙгә бәреп әйтмәне, шулай ҙа көнөң төштөмө ни миңә, тигәндәй көлөмһөрәп араҡы сығарып тотторҙо. Дауаһы килеште бит әй баяғының! Тота килеп һатып алырға магазинда юҡ бит араҡы. Район үҙәге алыҫ. Шулайыраҡ хәлдәр, аңланың инде мине, бүтән өндәшмәйем. Һатһын әйҙә, килешкәс әйҙә ҡыланһын!"
Ауыл оло ғаилә кеүек. Кемдер кемгәлер туған, ул башҡа берәүгә ҡәрҙәш. Ҡоҙа- ҡоҙасалыҡ, әшнәлек күп. Баяғы таныш ҡатын кеүек: “Һатһын әйҙә килешкәс”,--тип ҡул һелтәп ҡуймаҫтар тимә.
Анонимлыҡ гарантиялана тиһәләр ҙә, кеше диңгеҙ аръяғында йылан көйшәгәнен дә ишетә бит ул. Беҙ ҙә ҡапсыҡта ятыр ҡорал түгел. Тишә тоҡто.
Ә эсәм тигән кеше ҡайҙан булһа ла барыбер таба. Эсмәгән кешегә йығып ауыҙына ҡоймайҙар.
Ә шулай ҙа һатмаһындар ине шул шайтан һыуын…Эх…
Миңзәлә Сирғәлина.