Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
7 Ноябрь 2019, 11:07

ТОҘАҠ

. Киттем баяғы һылтанмаһы буйлап. Билдәле генә банк. Һорауҙары еп-еңел, һә тигәнсе яуаплап та бөттөм. Оһ-һо! Выигрыш 157 тысяч ...! (аҙаҡҡы һандарын иҫләмәйем)Йәһәт-йәһәт кенә һәр килгән яуапҡа "да- да"- тип баҫып тиҙерәк аҡсаны үҙләштерергә, тип самалайым...

Килде замана. Кеҫәңдә бер тинең тауышланып шыртылдап ятмаһа ла, шырпы ҡабындай ҡатырғаға хаттин ҙур сумма аҡса һыйҙырып ил буйлап йөрөтөргә була. Вәт әкәмәт! Тинләп иҫәпләйһе түгел, сдача һорайһы түгел, һәләк еңел, хәтәр шәп! Тик шул күренмәгән иҫәптән дә аҡса “һурып алырға теләүселәр” бар бит.
Мутлашыусылар тоҙағына эләгә күрмәгеҙ, тип күпме тыялар. Юҡ инде, был беҙгә ҡағылмаҫ кеүек, уяулыҡты юғалтабыҙ. Ҡағыла икән шул, һәр кем дә ҡолаҡ һалһын ине был иҫкәртеүҙәргә.
Үҙемде тоҙаҡҡа эләгерҙәй итеп тоймай инем мин дә. Көтмәгәндә - уйламағанда ҡармаҡҡа ҡаба яҙҙым.
Ғәҙәттәгесә интернет киңлегендә киске яңылыҡтарҙы ҡараштырып ятам. Күҙемә социаль селтәрҙә бер яңылыҡ - пост эленде. Билдәле генә бер журналист апай үҙ сәхифәһенә ниндәйҙер һорауламала ҡатнашып арыуыҡ аҡса отоуы хаҡында ҡыуанып яҙған ине. Етмәһә, акция бөтмәҫ борон ҡатнашып ҡалығыҙ, тип тә өҫтәгән. Аҫтына мобиль банкка күскән аҡсаһы хаҡында белешмәне скриншот яһап һалған. Эс көтөрләп китте, тик торғанда ике тин инһә лә эсте тишмәҫ ине. Киттем баяғы һылтанмаһы буйлап. Билдәле генә банк. Һорауҙары еп-еңел, һә тигәнсе яуаплап та бөттөм. Оһ-һо! Выигрыш 157 тысяч ...! (аҙаҡҡы һандарын иҫләмәйем)
Йәһәт-йәһәт кенә һәр килгән яуапҡа "да- да"- тип баҫып тиҙерәк аҡсаны үҙләштерергә, тип самалайым. Вәт бәлә! Был төшөмдө алыу өсөн картанан күпмелер иғәнә индерергә кәрәк икән дә баһа! Эй, Аллам! Көн элгәре генә ҡырып-юнып картаны таҡырайтҡайным бит әле. Өйҙәгеләр барыһы ла йоҡлай, вәт хәҙер бер ике йөҙ һум аҡса тапһам иртән тороуға йөҙ алтмыш меңгә яҡын аҡсалы булып ҡупырайам инде, тип эстән ҡыуанам ғына. Эх, карта буш бит әле, ҡалайтырға? Төн тип тормай, “Бәйләнештә” социаль селтәре аша унан-бынан теләнселәргә тотондом. Тәүҙә улыма смс-хәбәр яҙҙым. Уныһы йоҡлай әллә? (Башҡа ваҡытта төн уртаһынаса ултыра, тип орошоп алдым әле). Өндәшмәй. Һеңлемә лә аҡса һорап яҙҙым. "Иртәгә аҡса күсә, иртән бирермен",—тине. Уйында ҡатнашам, тип өндәшмәйем, "иртәгегә хәтлем һуң шул", тип ҡуйҙым. Күрше ҡатынға китте смс. Әле генә онлайн әхирәтем ялп итеп әллә йоҡланы, не в сети тип тик тора. Нишләп кенә тере аҡсаны картаға "тығып" булмай икән, тип көшөлөктө ҡырҡ асып ҡарап бөттөм.
"Уйында ҡатнашам"—тип яҙған инем улыма, бер мәл: "Ышанма, алдаҡ бит ул, бер банк та төнө менән аҡса таратып ятмай",—тигән яуап килде. “Вәт бала, йомортҡа тауыҡҡа өйрәтә!”—тип эстән көйгән булам, һүҙенә ҡолаҡ һалмай. "Ә ул яҙманы ҡуйған апайҙы һин яҡшы беләһеңме һуң, әсәй?"—тип һорап яҙҙы бер мәл улым. "Беләм"—тигән булам, яҙышҡан бар ине, тип өҫтәйем тағын. Туҡта әле, тинем дә уңайһыҙ булһа ла аҡса отҡан апайҙың үҙенә хат яҙҙым. Шундуҡ яуап килде, тик русса. Миңә сәйер тойолманы был.
"Төнө менән нимәгә һиңә картаға аҡса?"—һеңлем һораша башланы. Һүттем. Шунда-шунда шундай пост, аҡса отам тигәйнем тием.
"Банк тинләп - һумлап тартып алһа ала, тик торғанда аҡса таратмай!"—тип яҙҙы уныһы ла. (Шулай ҙа һеңлем дә, улым да шул һылтанма аша үтеп ҡарағандар әле!)
Шик тыуҙы шул саҡ. Эйе шул, кем меңләп, йөҙәр меңләп аҡса таратһын?! Әндрәй ҡаҙнаһы бар тиһеңме ни?!
Мошенниктар тоҙағылыр был ай - һай! "Тиҙ генә сәхифә паролеңде үҙгәрт, аниһә һин булып пост ҡуйып кеше албырғатасаҡтар!"—тип хәбәр һалды улым.
Яр аҫтынан яу сығарып, тик торғанда эш яһағаныма һеңлем менән көлөшә-көлөшә сәхифәләргә яңы "йоҙаҡ элдек "...
Ә әгәр шул саҡта картала аҡсам булһа? Һорауламала үтеп аҡса оттом, тип өмөт итеп көтөп ултырғанда бар булған аҡсамдан ҡолаҡ ҡаҡһам? Кемгә бәлә һалыр инем икән? Хоҙай аралағандыр тием, алай ҙа бөтәһенең дә карта иҫәптәре таҡыр булған, алай ҙа күршем смс-ымды уҡымай йоҡлап киткән...Юғиһә, ай - бу-у-й!
…Өләсәйем юлға сығыр булһа, свитерының кеҫәһенә һәр саҡ булавка элә ине. Ҡулъяулыҡҡа төрөүле аҡсаһын үҙе тегеп ҡуйған эске түш кеҫәһенә һалып, тышынан тағы ла шул булавка менән нығыта ине. Алыуы уңайлы булһын өсөн юлға тигәнен өҫкәрәк һалыр ине.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлай, тип ҡабатларға ярата ине ул. Был мәҡәл хәҙер ҙә бик актуаль, минеңсә. Ҡырҡ йоҙаҡ та һаҡламаҫ хәҙерге карталағы мөлкәтте, шикле һылтанмаларға, аҡса отошо вәғәҙәләгән сайттарға ҡыҙыҡһынып баш тыҡһаҡ. Аҡса кемгә киткәнен, ҡайҙа киткәнен дә күрмәй ҡалыуыбыҙ бар. Матбуғатта ла, интернет киңлектәрендә лә тыйыуҙар күп сыға, ауыҙы бешкән алданыусыларҙың илап һөйләгәнен дә ишетәбеҙ ҙә бит, минең менән дә шул хәл булыр тип уйламайбыҙ.
Өләсәмдең үҙе теккән эске түш кеҫәһендәге ҡулъяулыҡҡа төрөүле һәм булавка менән нығытыулы аҡсаһы барыбер ҙә беҙҙең карталағы мөлкәткә ҡарағанда ҡурсаулыраҡ булған икән ул...
Миңзәлә Сирғәлина.