Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
5 Ноябрь 2019, 17:43

Көҙгө боҙға ышанма!

Көҙгө шикелле ялтырап ятҡан йоҡа боҙ—күп бәләләрҙең сәбәпсеһе. Ял көндәрендә Нуриман районында ла тап ошо арҡала балалар һәләкәткә осраны.

Ноябрь айы баштарында төбәк ҡотҡарыусылары республика һыу ятҡылыҡтарында профилактик рейдтар үткәрҙе. Төбәктә һауа температураһы кинәт түбәнәйеү сәбәпле, һыу өҫтө боҙ менән ҡапланды. Әлегә уның ҡалынлығы 1,5-2 сантиметр, урыны менән 3-4 сантиметр тирәһе генә. Яңғыҙ кешене кәм тигәндә 7 сантиметр ҡалынлығындағы боҙ күтәрә. Өлкән кеше аяҡ аҫтын ҡарап һаҡ баҫһа, балаларға, киреһенсә, уның шытырлап емерелеүе бигерәк ҡыҙыҡ. Көҙгө шикелле ялтырап ятҡан йоҡа боҙ күп бәләләрҙең сәбәпсеһе лә инде.
Ял көндәрендә Нуриман районында ла тап ошо арҡала балалар һәләкәткә осраны. Бер ғаиләнән өс бала боҙ өҫтөндә уйнап йөрөгән. Шул ваҡытта уларҙың һыуға уйылып төшөп киткәндәрен күршеләре күреп ҡалып, йәһәт кенә аталарына хәбәр иткән. Өлкәндәр ярҙамға тиҙ килеп етһә лә, ҡыҙғанысҡа күрә, балаларҙың береһе һәләк булған.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Ошондай фажиғәләр булмаһын өсөн балаларығыҙға боҙ өҫтөндә уйнауҙың хәүефле булыуын аңлатығыҙ, үҙҙәрен генә йылға-күл буйҙарына ебәрмәгеҙ!
Читайте нас: