Федераль каналдар цифрлы мультиплексҡа күсеп, сифатлы телевидение ҡарай башланыҡ. Башҡортостанда 25773 йорт яңы күрһәтә башлаған цифрлы каналдарҙы ҡарау мөмкинлеге алды. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә был тәңгәлдә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Дөйөм алғанда 7,5 мең кеше ошондай ярҙам арҡаһында цифрлы каналдар ҡарай. Билдәле булыуынса, “Ҡыҙыу линия” бәйләнеше тәүлек әйләнәһенә эшләй. Белгестәр йәмғеһе 62 мең шылтыратыу ҡабул иткән. Республикала ололарға ҡорамалдарҙы көйләп биреүгә 3300 ирекмән беркетелгән, улар 35312 заявканы хеҙмәтләндергән.