--Аналог телевидение туҡтаясаҡ тигән хәбәрҙе ишеткәс тә, балалар яңы телевизор алдырҙы. Шунан алып телевизор һүнгәне лә юҡ,--ти Ғилминса Дәминдәр ҡыҙы Иҙрисова.—Быға ҡәҙәр антенна елгә боролһа каналдарым юғала, йә булмаһа тауышы насар ишетелә, насар күренә ине. Цифрлыға күскәне бирле сифат шул тиклем яҡшырҙы, антенна бороу, телевизорҙы баҫҡыслау онотолдо. Мин 1-се, Россия 1 каналдарына өҫтөнлөк бирәм. “Поле чудес”, “Давай поженимся” тапшырыуҙарын ҡалдырмайым. Звезда каналынан һуғыш тураһында киноларҙы күп күрһәтәләр. Спорт каналынан хоккей, футболды ҡарап үҙебеҙҙең ил командалары өсөн көйәрмән булам. Ейән-ейәнсәрҙәрем килһә Каруселде ҡарап бер була.