Сибай ҡалаһында оло йәштәгеләргә цифрлы телевидениеға күсеүгә ярҙам итеүсе ирекмәндәргә саҡырыу урынына тиҙерәк барып етеү өсөн ҡала транспортында бушлай йөрөү хоҡуғы бирелгән. Ҡала хакимиәте был тәңгәлдә автотраспорт йәмғиәте етәкселеге менән килешеү төҙөгән. Йәмәғәт транспорты йөрөмәгән урындарға барып етеү өсөн махсус рәүештә дежур машина ла бүленгән.