Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
17 Октябрь 2019, 15:48

Сифаты яҡшы, шуныһы мөһим

Быға ҡәҙәр аналог телевидение ҡараған Сибай кешеләрен цифрлы мультплексҡа көйләүгә 72 ирекмән ярҙам итә. Шулар араһында БДУ-ның Сибай институты студенттары күп.

Быға ҡәҙәр аналог телевидение ҡараған Сибай кешеләрен цифрлы мультплексҡа көйләүгә 72 ирекмән ярҙам итә. Шулар араһында БДУ-ның Сибай институты студенттары күп.
Сәлим Мәхмүтов һәм Гөлсәсәк Дәүләткирәйева көн дә шылтыратыу буйынса өлкәндәрҙе хеҙмәтләндерә. Юғары уҡыу йорто студенттары Толстой урамынан Рәлиә Рахманованың телевизорында 20 каналды бик тиҙ табып биргән. Ҡатын цифрлы каналдарҙың сифатын шундуҡ шәйләгән: экран ап-асыҡ күрһәтә, тауышы көслө, төҫтәре сағыу.
--Ҡайһы берәүҙәр телевизор ҡапыл күрһәтеүҙән туҡтаны тип борсола. Ундайҙарға приставка, антенна кәрәкләген аңлатабыҙ,--ти ирекмәндәр.—Эштәрҙе дауам итәбеҙ. Алыҫ урындарға автобуста бушлай йөрөйбөҙ. Беҙгә оҡшай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: цифрлы телевидениеға бәйле һорауҙарығыҙ булһа, “Ҡыҙыу линия”ның 8-800-347-00-55 һандарына шылтыратығыҙ. Консультациялар алыу өсөн федераль РТРС линияһы һандары--8-800-220-20-02.