Сибай педагогия колледжының IV курс студенттары Денис Никишин менән Илмир Дәүләтов ҡаланың оло йәштәге кешеләренә цифрлы телевидениеға тоташырға ярҙам итә. Буласаҡ техник-программистар күптәрҙең телевизорҙарын 20 федераль канал көйләгән.
--Ололарға аналог каналдарҙың юҡҡа сығыуын, урынына цифрлы килеүен аңлатабыҙ. Шунан телевизорҙарының нисәнсе йылда һатып алынғанын асыҡлайбыҙ, антенна,приставка, кабелдәрҙе теүәлләйбеҙ. Бөтәһе лә үҙ урынында булһа, 20 канал, хатта радио каналдар шунда уҡ мониторҙа пәйҙә була. Ә бына антенналарҙы ҡыйыҡҡа ҡуйыу беҙҙең бурысҡа инмәй,--ти Денис.
Илмир Дәүләтовты ла техник хеҙмәтләндереүгә йыш саҡырталар. 14 октябрь аналог канал һүндерелер алдынан ул Шәүрә Ғәлинаның йортонда булып, көсәйтеүле антенна һатып алырға ҡушҡан. Шунһыҙ уның телевизоры ҡатын яратып ҡараған 1 канал тапшырыуҙарын күрһәтмәйәсәк.
Әйткәндәй, ирекмәндәргә саҡырыу урынына тиҙерәк барып етеү өсөн ҡала транспортында бушлай йөрөү хоҡуғы бирелгән. Ҡала хакимиәте был тәңгәлдә автотраспорт йәмғиәте етәкселеге менән килешеү төҙөгән. Йәмәғәт транспорты йөрөмәгән урындарға барып етеү өсөн махсус рәүештә дежур машина ла бүленгән.
Цифрлы телевидениеға бәйле һорауҙар менән “Ҡыҙыу линия”ның 8-800-347-00-55 һандарына шылтыратығыҙ. Консультациялар алыу өсөн федераль РТРС линияһы һандары--8-800-220-20-02.