АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
14 Октябрь 2019, 13:28

Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ

Бөгөндән аналог каналдар күрһәтеүҙән туҡтап, цифрлыһы күрһәтә башланы. Заманса телевидениеға күсеү халыҡтың 15-20 процентына ҡағылды. Республикала йәшәүселәрҙең 60 процентынан күберәге күптән IP-телевидение ҡарай. Улар өсөн бер нимә лә үҙгәрмәй, быға ҡәҙәр нисек интернет аша телевизор ҡарағандар, артабан да шулай дауам итәсәк.

Бөгөндән аналог каналдар күрһәтеүҙән туҡтап, цифрлыһы күрһәтә башланы.
Заманса телевидениеға күсеү халыҡтың 15-20 процентына ҡағылды. Республикала йәшәүселәрҙең 60 процентынан күберәге күптән IP-телевидение ҡарай. Улар өсөн бер нимә лә үҙгәрмәй, быға ҡәҙәр нисек интернет аша телевизор ҡарағандар, артабан да шулай дауам итәсәк.
Кемдәр иһә цифрлы каналдарға көйләнеп өлгөрмәгән, телевизор экранында махсус ролик күрәсәк һәм артабан нимә эшләргә кәрәклеген беләсәк.
Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, аҙ тәьмин ителгән категорияһында булған граждандарға ҡорамал алыу һәм ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтелә. Ундайҙар төбәктә ике мең самаһы иҫәпләнә.
Цифрлы каналдарға тоташыуға бәйле һорауҙарығыҙ килеп тыуһа, "Ҡыҙыу линия"ның 8 (800) 347 00-55 телефон һандарын йыйығыҙ. Телевизор, приставка антенна көйләүҙә ярҙам кәрәкһә лә, ошо уҡ һандарға шылтырата алаһығыҙ.
Читайте нас: