Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
4 Октябрь 2019, 15:32

ЙЫЛЫЛЫҠ ӨСӨН ЯҢЫСА ТҮЛӘЙ БАШЛАЙБЫҘ

Башҡортостанда йылылыҡ өсөн яңыса түләү системаһы индерелә. Ошоға бәйле уңайлыҡтар менән ҡулланыусыларҙың түләүҙәре ҡабаттан иҫәпләнәсәк.1/8 системаһына күсеү барышында республика халҡын ниндәй үҙгәрештәр көтөүен “БашРТС”тың “Теплосбыт” филиалы директоры Ирина Попова аңлатты.

Башҡортостанда йылылыҡ өсөн яңыса түләү системаһы индерелә. Ошоға бәйле уңайлыҡтар менән ҡулланыусыларҙың түләүҙәре ҡабаттан иҫәпләнәсәк.
1/8 системаһына күсеү барышында республика халҡын ниндәй үҙгәрештәр көтөүен “БашРТС”тың “Теплосбыт” филиалы директоры Ирина Попова аңлатты.
Яңы система республика Хөкүмәте ҡарары буйынса йылытыу миҙгеле башында, йәғни 23 сентябрҙә индерелде. Уның асылы шунда: хәҙер торлаҡтарҙа йәшәүселәр дөйөм йорттарҙың иҫәпләү приборҙары күрһәтмәләренә ярашлы йылылыҡ өсөн факт буйынса түләйәсәк. Быға ҡәҙәр эшләп килгән 1/12 системаһы менән сағыштырғанда яңыһы йылылыҡты ҡулланыуҙы дөрөҫ иҫәпләүе менән айырыла. Шулай уҡ хәҙер йыл һайын квитанцияларҙы йыйып уларға дөрөҫләүҙәр индереү ҙә кәрәк булмаясаҡ.
—Ҡыҙғанысҡа күрә, яңылыҡтың кәмселеге лә бар: йылытыу миҙгеле осоронда йылылыҡ өсөн түләү ҡырҡа күтәрелә, айырыуса һалҡын осорҙа—ноябрҙән алып февралгәсә сумма ҙур буласаҡ. Ә йәй көнө, билдәле, йылылыҡ өсөн түләү графаһында 0 торасаҡ,—тип аңлатты Ирина Попова.
1/8 түләү системаһы быйыл ғына тормошҡа ашырыла башлағас, милек хужаларының түләүҙәренә корректировкалар индерелә. Сентябргә ҡәҙәр 1/12 системаһына ярашлы түләп, октябрҙән генә 1/8 алымына күскәс, йыл йомғаҡтары буйынса артыҡ түләүҙәр айырым иҫәпләнәсәк.
Йылылыҡты иҫәпләү приборҙары ҡуйылмаған йорттарҙа йәшәүселәр норматив буйынса түләйәсәк. Әлбиттә, был осраҡта ла хаҡтар юғары буласаҡ. Ирина Попова белдереүенсә, республикала йылылыҡты иҫәпләү приборҙары менән күп ҡатлы йорттарҙың 30 проценттан аҙырағы тәьмин ителмәгән.