Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Сентябрь 2019, 09:55

СИРЛӘҮСЕЛӘР ҺАНЫ АРТА

Башҡортостан биләмәһендә миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор инфекциялары менән сирләүселәрҙең артыуы теркәлә. Әлегә грипп менән ауырыусылар юҡ, сир кимәле эпидемик сиктән түбән, тип хәбәр итә Роспотребнадзор.

Республикала киҙеүгә ҡаршы прививка кампанияһы сентябрь башында уҡ башланды. 13 сентябргә 342 меңдән ашыу кеше (республика халҡының 8,4 проценты), шул иҫәптән 88 мең самаһы бала прививка алды. Киҙеүгә ҡаршы вакциналар ошо эпидемия миҙгелендә көнүҙәк булған вирустан һаҡлай, тип хәбәр итә ведомство.
Алдағы эпидемия миҙгелендә Башҡортостанда 1,8 миллион халыҡҡа--418 мең балаға һәм 1,4 миллион өлкән кешегә грипҡа ҡаршы прививка эшләү күҙаллана.
Ғәҙәттәгесә, киҙеү эпидемияһы ғинуар-мартта күҙәтелә, табиптар декабрь аҙағынаса прививка яһатырға кәңәш бирә.