АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
11 Сентябрь 2019, 13:00

Дүрт көн эшләп, өс көн ял итербеҙме?

Рәсәй Дәүләт Думаһында 4 көнлөк эш аҙнаһына күсеү тураһындағы закон проектын ҡараясаҡтар, тип белдерә “Берҙәм Рәсәй” фракцияһының беренсе етәксеһе Андрей Исаев.

Рәсәй Дәүләт Думаһында 4 көнлөк эш аҙнаһына күсеү тураһындағы закон проектын ҡараясаҡтар, тип белдерә “Берҙәм Рәсәй” фракцияһының беренсе етәксеһе Андрей Исаев. Уның фекеренсә, был ҡыҫҡартыу күп ваҡытыңды ғаиләңә бүлеүгә, белемеңде арттырыуыға мөмкинлек бирә. Төп шарт--эш хаҡын һаҡлап ҡалыу һәм уны предприятие, дәүләт бюджетының мөмкинселектәренә ҡарап индексациялау.
Был аналогик идеяны алдараҡ Рәсәй хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев белдергән ине. Уның фекеренсә, был яңы график “социаль хеҙмәт контрактының яңы нигеҙе” буласаҡ. Рәсәй халҡының яртыһы (48%) был яңылыҡты хупламай, сөнки эш хаҡын юғалтыуҙан ҡурҡа. Депутаттар нимә генә тимәһен, халыҡтың һағайыуы юҡҡа түгел.