АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
6 Август 2019, 10:02

Ҡомло дамба бысраҡты тота

Благовещен районында булған ғәҙәттән тыш хәлде тикшереү өсөн төҙөлгән эш төркөмөнә Ринат Бәширов етәкселек итә. Уның составында Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, контроллек итеүсе һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре бар.

Благовещен районында булған ғәҙәттән тыш хәлде тикшереү өсөн төҙөлгән эш төркөмөнә Ринат Бәширов етәкселек итә.
Уның составында Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, контроллек итеүсе һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре бар.
Иҙәк йылғаһында хәл яйға һалына, тип билдәләне белгестәр.
«Мониторинг үлсәүҙәре нигеҙендә республика халҡына, айырыуса Благовещенда һәм Өфөлә йәшәүселәргә, ошо хаҡта хәбәр итәбеҙ: һыуҙың сифаты, уның тағы бысраныу ихтималы тураһында борсолорға урын юҡ», — тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Благовещен районында химикаттар сығарып ташланған ерҙә “аҡыллы” дамба урынлаштырылған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тарафынан төҙөлгән эш төркөмө ағзалары Полиэф заводы янындағы ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү барышы менән танышты.
Тирә-яҡ мөхитте бысратҡан матдәләр сығарып ташланған урында ҡомло дамба төҙөлгән.
Бынан тыш, ер аҫтында махсус гидроизоляциялы япма – тәрәнлеге 2 метр тәшкил иткән мембрана урынлаштырылған. Гидротехник ҡоролма ярҙамында Өфөләге эсәр һыу ҡоролмаһына бысраҡ һыу ағып үтеү ихтималы бөтөрөлгән.
Ағын һыуҙарҙы, тупраҡты, йылға төптәрендәге ләмде анализға алып тикшереү дауам итә. Белгестәрҙең раҫлауынса, зарарлы ҡушымталар кәмегән, улар норманан артыҡ түгел.
Полиэф заводы иһә зыянлы ҡалдыҡтарға бәйле сығымдарҙы тулыһынса ҡапларға әҙер.
Читайте нас: