Рәсәй Президенты В. В. Путин "тура бәйләнеш"тән һуң 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем йәш ярымдан алып алып өс йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие хаҡын күтәрергә ҡушты. Пособие күләме һәр субъекттың йәшәү минимумынан сығып билдәләнә. Был түләүгә килеме ике йәшәү минимумынан да артмаған ғаиләләр дәғүә итә ала. Баланың тыуған көнө 2018 йылдың 1 ғинуарынан да һуңыраҡ булырға тейеш түгел.