Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
2 Июль 2019, 10:06

Мәғлүмәттәр дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ

Июль айында сүп-сарға түләү квитанцияһы 10 көнгә алдан таратыласаҡ. Тимәк, июнь өсөн түләү ҡағыҙын халыҡ 5 июлдә ҡулына ала. Быға тиклем ул һәр айҙың 15 көнөндә генә абоненттарға барып етә ине.

Июль айында сүп-сарға түләү квитанцияһы 10 көнгә алдан таратыласаҡ. Тимәк, июнь өсөн түләү ҡағыҙын халыҡ 5 июлдә ҡулына ала. Быға тиклем ул һәр айҙың 15 көнөндә генә абоненттарға барып етә ине. Ғәҙәттәгесә, квитанцияла электр уты һәм сүп-сар өсөн түләү берләштерелгән. Үткән айҙың хеҙмәтенә 20 июнгә ҡәҙәр түләнгән хаҡтар ғына унда иҫәпләп индерелә. Шуға ла түләгән аҡсағыҙ ваҡытында үтмәһә ҡайғырмағыҙ, ул июлгә иҫәпләнәсәк. Әгәр квитанцияғыҙҙағы мәғлүмәттәр дөрөҫ булмаһа, был хаҡта төбөк операторына мотлаҡ белгертегеҙ. Милек хужаһының паспорты биттәрен, ғаилә хәле тураһында справканы, йәки ваҡытлыса теркәү урыны хаҡындағы белешмәне фото төшөрөп, йәки сканер аша үткәреп roecosity.ru сайтынан шәхсән кабинет аша, йә булмаһа abonent-fl@ roecosity.ru электрон адресына ебәрегеҙ. Вапсап мессенджеры һандары: 8-965-939-49-00, 8-903-311-04-90. Үҙегеҙҙең адресығыҙҙы, исем-шәрифегеҙҙе, квитанцияла нимәне үҙгәртергә кәрәклеген яҙырға онотмағыҙ. Документтарҙы шулай уҡ “Башэлектрсбыт” йәмғиәте офистарында ла ҡабул итәләр. Уларға был эштәрҙә 5-19 июлдә “Эко-сити” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ярҙам итәсәк.
#нацпроекты