Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
2 Июль 2019, 17:12

Бәлә ағас башынан йөрөмәй

Башҡортостан Республикаһының Fәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, төбәктә бәләгә тарыған балалар һаны көндән-көн арта.

Башҡортостан Республикаһының Fәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, төбәктә бәләгә тарыған балалар һаны көндән-көн арта.
Һыу ингәндә баталар, юғары ҡаттан ҡолап төшәләр, ҡаянан осалар, янғында һәләк булалар. Fөмүмән алғанда, балаларыбыҙ-ҙы хәүеф аҙым һайын һағалай.
Миәкә районының бер ауылында төндә янғын сыҡҡан. Ярай әле йортта ут сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамал булған. Тап шуның тауышы арҡаһында өс бала һәм уларҙың әсәһе ҡазанан ҡотолған.
Һыу ятҡылыҡтарында 10 кеше һәләк булған. Иглин районында ике бала ҡотҡарылған. Улар һыу инеүгә ҡулайлаштырылмаған ерҙә йылғаға төшкән булған. Асылыкүлдә ҡотҡарыусылар ике бәләкәй балаға ярҙам иткән. Улар ултырған һауа тултырылған мат-расты ел осороп алып киткән.
Күмертау ҡалаһында 10 йәшлек малай, ҡойма аша сығам тигәнсе, эсен тимер торбаға йыртҡан. Балаға операция яһағандар, әммә хәле ауыр.
Дүртөйлө районында ла бала һыуҙа зыян күргән. Мотор кәмәлә йөҙгәндә, йығылып төш-кән һәм башын йәрәхәтләгән.
Fафури районындағы Уҡлыҡаянан 15 йәшлек үҫмер осоп төшкән. Әле ул дауаханала.
Ошондай күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн Fәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәкселеге иң ябай, әммә әһәмиәтле тәҡдимдәр еткерә.
Балалар белергә тейеш иң төп ҡағиҙә—бер ҡасан да йөҙә белгән ололарҙан башҡа һыу инергә бармаҫҡа! Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы һайлағыҙ. Улар һәр районда һәм ҡалала бар. Рәсми рәүештә теркәлгән пляждарҙа яр буйын ғына түгел, һыу төбөн дә таҙарталар, уларҙа даими рәүештә ҡотҡарыусылар дежур итә.
Балағыҙға аңлатығыҙ: батып барыусыны йөҙә белгән кеше генә ҡотҡарырға тейеш. Юғиһә, уның үҙенә ҡотҡарыусы кәрәк буласаҡ.
Ҡояш дошман да була ала. Ҡояшлы көндә бала мотлаҡ баш кейеме кейергә тейеш.
Ҡыҙыныу өсөн иң уңай мәл—иртәнге 08.00-11.00 һәм 16.00-19.00 сәғәткә тиклем.
Балаларға ҡыр хайуандарын, хатта улар үтә һөйкөмлө булған хәлдә лә, һыйпарға ярамауын аңлатығыҙ. Уларҙан ҡотороҡ кеүек сирҙәр йоғоуы ихтимал.
Үҙегеҙ танып белмәгән еләк-емеште, үләндәрҙе ашамағыҙ, был ғүмер өсөн хәүефле!
Йәшен ваҡытында сүкәйеп ултырып, ҡулдарығыҙ менән аяҡтарығыҙҙы ҡосаҡлағыҙ. Ергә ятырға, йүгерергә, шулай уҡ яңғыҙ ағас аҫтына йәшенергә, электр ҡорамалдары менән ҡулланырға ярамай.
А.Дәүләтбаев.
Читайте нас: