АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
17 Май 2019, 10:40

Бармы беҙҙә туризм?

Башҡортостаныбыҙ күптәр һоҡланырлыҡ йәмле ерҙә урынлашҡан. Уның байлыҡтары, матурлығы менән ысын мәғәнәһендә һоҡлана алабыҙ. Тыуған еребеҙ—туризм өсөн бик ҡулай урын. Әммә беҙҙә бармы ул туризм? Уны үҫтереү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? Ошондай һорауҙар менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Гөлгинә Байегетова, Сибай ҡалаһы, хужабикә:
—Аныҡ ҡына яуап биреп тә булмай. Туризмды үҫтереү өсөн башта уны матур итеп ойошторорға кәрәк бит әле.
Әминә Иҙрисова, Баймаҡ районы, уҡытыусы:
—Беҙҙә туризм бар, әлбиттә. Уны үҫтереү өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеген әйтеүе ҡыйыныраҡ. Һыуҙа йөҙөү, аграр туризмға айырыуса иғтибар бирергә кәрәк. Бының өсөн матур-матур йылғаларыбыҙ, тоҡомло аттарыбыҙ бар. Ауылдарҙа ятып ял итеү сит илдәрҙә күптән киң таралған.
Миңнегөл Моратова, Хәйбулла ра-йоны, ашнаҡсы:
—Туризмды булдырыу, уны ныҡлы үҫтереү өсөн мөмкинселектәр күп тә ул. Уларҙы ҡулланыусы, бойомға ашырыусы ғына юҡ. Шуға күрә туризм юҡ кимәлендә. Хәҙер бит интернет заманы. Рекламаларға, виртуаль донъяға дөрөҫ кенә итеп Башҡортостаныбыҙ матурлығын күрһәтә белергә кәрәктер инде ул.
Фәйзрахман Усманов, пенсионер:
—Төбәктә туризм юҡ тиерлек. Баймаҡ районының бөткән Моҫтай ауылында Фәнис Кәримовтың эше хуплауға лайыҡ, әлбиттә. Унда таҙа, саф һауа. Көн дә ҡымыҙ бирәләр, ситтән кешеләр килеп, тәбиғәткә һоҡланып ҡайта. Талҡаҫ күле эргәһендә лә туризмды йәйелдерергә булыр ине, тик ул бысраҡ, тейешле кимәлдә эш алып барылмай. Уҙған йыл балаларым Мораҙым тарлауығына барып хайран ҡалып ҡайтты. Унда аҙым һайын урна ҡуйылған, сүп-сарҙы билдәле ваҡытта арба егеүле атта берәү йыйып ала. Усаҡ яғыу өсөн дә махсус урын билдәләнгән икән. Аҙым һайын йорт, бәҙрәф, хатта тәгәрмәстәге мунсалар бар, тиҙәр. Биләмәгә инеү түләүле, уның ҡарауы һәр ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ.
Нәркәс Алсынбаева һәм Резеда Вәлиева яҙып алды.