АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Апрель 2019, 16:30

Тиҙҙән һанлы телевидениеға күсәсәкбеҙ

Башҡортостанда 12 апрелгә ҡарата 10 358 йорт хужалығы әле һанлы телевидениеға күсмәгән. 3 июнь – һуңғы срок. Әлбиттә, был һан аҙна һайын бер мең тирәһенә кәмей бара. Етмәһә, граждандарға ошо эштә дәүләт ярҙам итә. Пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған хаҡлы ялдағы кешеләрҙең, мохтажлыҡ кисергән балалы ғаиләләрҙең телевизорға приставка һатып алғанда, һанлы сигнал барып етмәгән урындарҙа иһә юлдаш ҡорамалы ҡуйыуға бер мең һумғаса компенсация аҡсаһын алыуға хоҡуғы бар.

Башҡортостанда 12 апрелгә ҡарата 10 358 йорт хужалығы әле һанлы телевидениеға күсмәгән. 3 июнь – һуңғы срок.
Әлбиттә, был һан аҙна һайын бер мең тирәһенә кәмей бара. Етмәһә, граждандарға ошо эштә дәүләт ярҙам итә. Пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған хаҡлы ялдағы кешеләрҙең, мохтажлыҡ кисергән балалы ғаиләләрҙең телевизорға приставка һатып алғанда, һанлы сигнал барып етмәгән урындарҙа иһә юлдаш ҡорамалы ҡуйыуға бер мең һумғаса компенсация аҡсаһын алыуға хоҡуғы бар.
Ике ай ярым эсендә дәүләт ярҙамына 5500 кеше дәғүә белдергән дә инде. Әйткәндәй, был булышлыҡ тик Башҡортостанда ғына атҡарыла. Илдең башҡа төбәктәрендә һанлы телевидениеға күсеү – һәр кемдең шәхсән эше.
Хәтергә төшөрәбеҙ: әле беҙ ҡараған телевидение 3 июндән эшен туҡтатасаҡ. Халыҡтың 95 проценты һанлы телевидение форматындағы буш өс радиоканалға һәм 20 телеканалға тоташҡан да инде. Әлегә ике формат та үҙ бурысын бер юлы башҡара.
Республиканың тиҙҙән һанлы телевидениеға күсәсәге барыһына ла мәғлүм.
Ағымдағы йылдың февраленән һанлы тапшырыу мөмкин булған биләмәләрҙә йәшәгән республика граждандары күп функциялы үҙәктәргә һанлы телевидение ҡорамалдары өсөн компенсация юллап мөрәжәғәт итә ала. Бындай аҡсалата ярҙам халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына – пенсияһына федераль өҫтәмә түләү алған пенсионерҙарға һәм ай һайын балалар пособиеһына хоҡуҡлы мохтаж ғаиләләргә ҡаралған.
Дәүләт ярҙамы бер тапҡыр ғына күрһәтелә. Әгәр бер хужалыҡта, йәғни ғаиләлә компенсацияға хоҡуҡлы бер нисә кеше йәшәһә, аҡсалата ярҙам уларҙың һәр береһенә айырым түләнмәй.
Шулай уҡ, әлеге ваҡытта республикала льготалы категорияға ҡараған кешеләргә 1615 бушлай Телекарта «тәрилкә»ләре ҡуйылған, ә аҡсалата компенсацияны 466 кеше алған.
Билдәле булыуынса, быйыл 3 июндә Башҡортостанда аналоглы телевидение һүндерелә һәм бөтәһе лә һанлыға күсә.
Республика властары һанлы телевидениеға тоташыу өсөн ҡорамал һатып алғанда дәүләт ярҙамына өмөт итә алған граждандарҙы билдәләне. Улар –пенсияһына федераль өҫтәмәләр алған пенсионерҙар, аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләр.
Махсус ҡорамал һатып алыу өсөн 3 июнгә тиклем республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына ғариза ебәрергә кәрәк. Ул ун көн эсендә ҡарала һәм яуап бирелә.
Пенсионерҙар паспорт, федераль өҫтәмә алыуын дәлилләгән документтар һәм йәшәгән урынында теркәлеүе тураһында белешмә әҙерләргә тейеш. Балалы ғаиләләрҙән иһә паспорт, йәшәү урынынан һәм балаларға пособие алыу тураһындағы белешмә кәрәк.
Ғариза ҡәнәғәтләндерелгән хәлдә, был йортҡа хаҡы 6 мең һумдан да ҡиммәт булмаған спутниклы ҡорамал ҡуясаҡтар.