Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Февраль 2019, 10:12

Мәктәптәрҙә - интернет

Президент В.В.Путин 2021 йыл аҙағына тиклем илдең бөтә мәктәптәрендә лә интернет булырға тейеш тип билдәләне.

Президент В.В.Путин 2021 йыл аҙағына тиклем илдең бөтә мәктәптәрендә лә интернет булырға тейеш тип билдәләне. Ул был хаҡта Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе:
– 2006 йылда мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтыра башланыҡ, ул саҡта технология бөтөнләй бүтәнсә ине. Эйе, бөгөн улар боронғо һынала, үҙ сиратында, беҙҙең алда яңы бурыстар тора. 2021 йыл аҙағына илебеҙҙең бөтә мәктәптәре лә интернетҡа тоташтырылыуҙан тыш, уларҙа юғары тиҙлектәге интернет булырға тейеш.