Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Февраль 2019, 12:50

"Көрсөкһөҙ тормош"ҡа саҡыра

1 мартта Сибай ҡалаһының «Мир» кинотеатрында эшҡыуар Айбулат Уразбахтин йәшәйешен яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләүселәр өсөн «Көрсөкһөҙ тормош» оҫталыҡ класы ойоштора

1 мартта Сибай ҡалаһының «Мир» кинотеатрында эшҡыуар Айбулат Уразбахтин йәшәйешен яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләүселәр өсөн «Көрсөкһөҙ тормош»оҫталыҡ класы ойоштора. Айбулат Алик улы иҡтисади, матди, үҙ-ара мөнәсәбәт һәм башҡа өлкәлә ҡыйынлыҡтар кисереүселәрҙе тормоштары менән лайыҡлы идара итеү өсөн ғүмерҙең «юғары математика»һын өйрәнә башларға саҡыра. Сара 18.00 сәғәттә башлана. Инеү хаҡы--200 һум. Йыйылған аҡса мәрхәмәтлек акцияһына йүнәлтеләсәк.