Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Хәбиров яңы коммуналь хеҙмәт—сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтеү талабы тураһында тағы ла иҫкәртте.
Уның фекеренсә, ҡала халҡы өсөн был хаҡ 70 һумдан, ауылдағылар өсөн иһә 35 һумдан артмаҫҡа тейеш.
Әйткәндәй, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт өсөн квитанциялар республика халҡына 25 ғинуарҙан һуң килә башлаясаҡ. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса Башҡортостан биш биләмәгә бүленде. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы уларҙы хеҙмәтләндерәсәк төбәк операторҙары менән ун йылға иҫәпләнгән килешеү төҙөнө.
Республика халҡы иғтибарына ҡайһы биләмәлә ниндәй төбәк операторы эшләйәсәге хаҡында белешмәләр тәҡдим ителде.
Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Fафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары «Эко-сити» йәмғиәтенең 3-сө биләмәһенә инә. Биләмәнең телефоны: 8-800-700-49-00.
Төбәктә күп ҡатлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәр, шулай уҡ юридик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар 2019 йылдың ғинуарында ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү хеҙмәтен күрһәтеүсе төбәк операторы менән килешеү төҙөргә бурыслы.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеүгә бәйле министрлыҡтарҙа «ҡыҙыу линия»лар ҙа булдырылды. Уларға эш сәғәттәрендә шылтыратырға мөмкин.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы: 8 (347) 223-32-80;
БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты: 8-937-845-28-42;
БР Fаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы: 8 (347) 218-07-35; 8 (347) 218-07-19;
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы: 8 (347) 218-03-90.